Празднование дня рождения М.Акмуллы.

Декабрь 10, 2021 Просмотров: 50
#Башҡорттелекөнө2021марафон
#Деньбашкирскогоязыка2021марафон
#ДеньбашкирскогоязыкавБураевскомрайоне
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хабиров Указына ярашлы 14 декабрь - Башҡорт теле көнө. Быйылғы йылда М.Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл булыуға бағышлана. Ошо айҡанлы бөтә белем биреү, мәҙәниәт учреждениеларында, ойошмаларҙа башҡорт телен һаҡлауға бағышланған акциялар үткәрелә.
Бөтә саралар ҙа бер “ҡыҙыл еп” менән үрелеп барыуы күҙ уңында тотола һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, М.Аҡмулланың “Нәсихәттәр”енә дан йырлауға бағышлана.
7 декабрҙән алып 14 декабргә тиклем һәр көн бер нәсихәттең төшөнсәһен асып биреүгә бағышлана һәм был акция “7 аҙым”тип атала.
Ошо уңайҙан беҙҙең Ваныш-Алпауыт ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә лә эш планы төҙөлдө һәм көн һайын саралар үтә.
Беренсе көндө уҡыусылар “Бәйләнештә” селтәренең мәктәп төркөмөндә аҙналыҡ тураһында иғлан иттеләр, үҙҙәренең биттәрендә “Иманлы кеше ниндәй була?” тигән һорауға үҙ фекерҙәрен яҙҙылар.
8 декабрҙә М.Аҡмулла шиғырҙарын уҡынылар, ә 9 декабрьҙә үҙ аллылыҡ көнө ойоштороп, Аҡмуллаға арналған дәрестәр үткәрҙеләр.
Башҡорт теле көнөнә арналған аҙналыҡ дауам итә, уҡыусыларҙы һәр көн мауыҡтырғыс саралар көтә.